Милли байрам 9 июндә Ташкентта үтә. Беҙҙең республиканан сарала йырсылар Алһыу Бәхтиева, Дамир Тайыпов, музыканттар ZAINETDIN, Айгиз Хәшимов, “Аманат” халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле сығыш яһай. Һабантуй барышында халыҡ кәсептәре, бейеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, шулай уҡ көрәш, гер күтәреү, тоҡ менән йүгереү кеүек спорт уйындары ойошторола, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.







