Июнь аҙағында республикала ҙур вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, сараға эш эҙләгән өлкәндәр һәм үҫмерҙәр саҡырыла. Әле вакансиялар йәрминкәһендә 655 компания ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡануниәткә ярашлы, 14-15 йәшлек үҫмерҙәргә көнөнә 4 сәғәт эшләргә рөхсәт ителә. Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә асыҡ һауала йәштәр өсөн хеҙмәт фестивале ойошторола. Төштән һуң “Беренсе Май” мәҙәниәт һәм ял паркында вакансиялар йәрминкәһе була.







