Ейәнсура районында автобус һәм мопед ҡатнашлығында юл ваҡиғаһы тикшерелә

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртән Иҫәнғол ауылында 13 бала ултырған мәктәп автобусы менән 15 йәшлек үҫмер идара иткән мопед бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә тән йәрәхәттәре алған бәлиғ булмаған водитель дауаханаға оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Ейәнсура районы прокуроры килгән.

Күҙәтеү саралары барышында балаларҙы ташыу буйынса эшмәкәрлеккә, транспорт сараларын файҙаланғанда хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итеү йәһәтенән водителдәрҙең эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк, бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше тикшереләсәк. Нигеҙ булған осраҡта прокурорҙың яуап биреү сараларын ҡабул итеү мәсьәләһе хәл ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ