Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителде. Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, куп балалы ғаилләрҙе яҡлау тураһындағы закон пректына үҙәрештәр индерелә. Әгәр элек ишле ғаилә категорияһына бәлиғ булмаған өс һәм унан күберәк бала үҫтергән, йәки тәрбиәгә бала алған ғаиләләр инһә, хәҙер көндөҙгө бүлектә уҡыған 23-йәшкә тилемгеләр ҙә ҡарай. Был ишле ғаиләләр иҫәбе артыуға килтерә.
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр яҡынса 9 меңгә артырға тейеш. Ә иң мөһиме ташламалар исемлеге киңәйә. Башҡортостанды быйыл 1 сентябрҙән ҡала ерлегендәге ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар автобуста, трамвайҙа, троллейбуста бушлай йөрөй ала. Такси был исемлеккә инмәй. Финанслау республика бюджетынан йүнәлтелә.
Парламент ултырышында шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская 2023 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу барышы тураһында отчет менән сығыш яһаны. Депутаттар шулай уҡ умартасылыҡ тураһындағы закон проектын тикшерҙе, һалым кодексына үҙгәрештәрҙе һәм өҫтәмәләрҙе ҡараны.






