Рухи берҙәмлек. Афған һуғышын үткән яугир-интернационалистар ауыр ваҡытта дуҫтарының ғаиләләрен ташламай. Улар әлеге ваҡытта махсус-хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яуҙашы ғаиләһенә өмә ойошторған.
Иртә менән Нәжибә ханымдың йорт ихатаһында ҡыҙыу эш бара. Афған һуғышы ветерандары союзы вәкилдәре ярҙам кәрәген ишетеү менән, тиҙ арала йыйылышып, өмә ойошторған. Йорт хужабикәһенең улы Афғанстанда һуғыш юлы үткән яугир-интернационалист, әле йәнә ил һағына баҫҡан. Ул ярты йылдан ашыу алғы һыҙыҡта. Афғанстанда утлы юл үткән яугир-интернационалистар бөгөн үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре уҙғара, йылдан-йыл сафтары һирәгәйә барған яуҙаштарының ғаиләләләренә ярҙам ҡулы һуҙа,махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙата.






