Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде

Улар бушлай  йәмәғәт транспортында  йөрөй ала,  музей һәм күргәҙмәләрҙә булыу мөмкинлеге бар. Парламенттың пленар ултырышында ҡануниәткә төҙәтмәләр ҡаралды. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, 3 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәр күп балалы ғаилә тип һанала. Уҡыу булған көндәрҙә йәмәғәт транспортында ике тапҡыр бушлай йөрөп була. Бындай ташлама 1 сентябрҙән көсөнә инә. Шулай уҡ бушлай ашатыу, бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү, балалар баҡсаһына  ҡабул иткән өҫтөнлөк биреү, мәктәп формаһы өсөн компенсация  түләү һәм башҡа  льготалар ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә  ярҙам  саралары  киңәйтелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ