Быйыл ул башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған. Әле үк әҙерлек тулы ҡеүәттә бара - мөһим датаға «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы тантаналы асыла. Сара сиктәрендә киң программа планлаштырыла: ат сабыштары, асыҡ турнирҙар ойошторола. Шулай уҡ байрамда милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, популяр артистар, Салауат районының иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнаша.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, «Беҙ- Салауат тоҡомо» конкурсы еңеүселәре 100 мең һум менән бүләкләнәсәк. Төп приздан тыш улар «Йөҙөк ҡашы - Зөләйха» һәм «Салауат йыйыны батыры» исеменә лайыҡ буласаҡ. Бәйгеселәр спорт һынауҙарын үтергә, шулай уҡ үҙҙәренең ижади оҫталыҡтарын һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫын белеүҙәрен күрһәтергә тейеш. Сарала 16-25 йәшлек егеттәр һәм 16-22 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала.






