Радий Хәбиров 27-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләне. Был эшлекле сара йыл һайын бөтә донъянан бизнес вәкилдәрен, сәйәсмәндәрҙе һәм эксперттарҙы йәлеп итә. Республикабыҙҙы танытыу йәһәтенән төнъяҡ башҡалалағы форум бик тә әһәмиәтле, тине төбәк башлығы. Күләмле сараның икенсе көнө менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостан экспозицияһы айырым урын алып тора. «Хазина» этнотөркөмө иһә сағыу костюмдар һәм моңло композициялар аша форум ҡунаҡтарын республика менән таныштырҙы. «Спорт өсөн» компанияһының ил Президентының креатив һүҙҙәре менән футболкалар бик популяр. Уларҙы ҡунаҡтарға үҙҙәренә оҡшаған фразалар менән һайлап алыу мөмкинлеге булдырылды. Спорт кейемдәре фабрикаһы республикала былтыр асылды.
Тәүгеләрҙән булып күптән һаналған партнерҙар менән осрашыуҙар уҙҙы. Уларҙың иң танылғаны росагролизинг компанияһы. Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса льготалы программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, йыл башынан 114 хужалыҡтың техника паркы ике миллиард һумға яҡын суммаға 326 яңы машина менән тулыландырылған. Бынан тыш, республика ауыл хужалығы етештереүселәренә өҫтәмә ярҙам күрһәтә, тәүге иғәнәгә, лизинг буйынса түләүҙәргә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай. Осрашыуҙа Башҡортостан биләмәһендә «Амкодор-Ағиҙел»предприятиеһы сығарған ауыл хужалығы техникаһын үҫтереү, шул иҫәптән мәғлүмәти бәйләнеш һәм льготалы программаларҙа ҡатнашыу мәсьәләләре ҡаралды.
Рәсәй спорт министрлығы стендына документтарға Ведомство етәксеһе менән Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Был Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара спорт форумын үткәреү тураһында килешеү. Сара көҙ үтәсәк. Ул берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы һәм форумға әҙерлек менән бәйле төрлө саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Радий Хәбировтың Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашыуы Антон Алихановты илдең сәнәғәт Һәм сауҙа министры вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотлауҙан башланды. Башҡортостан Рәсәйҙең индустриаль үҫеш локомотивтарының береһе булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе.
Эш йомғаҡтары буйынса , республикабыҙға ҡыҙыҡһыныу бар, был төрлө тәҡдимдәр менән килгән партнерҙар һаны буйынса аңлашыла, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Иртәгәһе көн дә эшлекле осрашыуҙарға бай булмаҡсы. Ил Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында күләмле пленар сессия үтәсәк. Быйылғы сессияның темаһы - « Күп полярлы донъяның нигеҙе-яңы үҫеш нөктәләренең формалашыуы». Бынан тыш ил төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен презентациялау Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында төп ваҡиғаларҙың береһе булыр тип көтөлә.
Гүзәл Борханова



