Бөгөн бер төркөм Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа Өфө арена спорт һарайы алдындағы майҙандан «Ютонг» турист автобустарында ҡуҙғалды. Егеттәр араһында мобилизацияланғандар ҙа, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы егеттәре лә бар. Улар ике аҙна ялда булған, осрашыуҙарға йөрөгән, яҡындары эргәһендә булған. Егеттәр үҙҙәренә кәрәк-яраҡ ҡына түгел, дуҫтарына күстәнәс тә тейәгән. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фронтҡа изге теләктәр яҙылған сәләм хаттары әҙерләгән. Уның артына Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың картинаһы төшөрөлгән. Яугирҙар өсөн тағы ла бер бүләк-йыр китабы.
Яугирҙар махсус операция зонаһына ойошҡан рәүештә, төркөм менән юллана. Башҡортостан башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, ошо маҡсатта комфортабелле автобустар бүленә. Улар бер юлы икенсе төркөмдәрҙе ялға алып ҡайта. Яугирҙар әйтеүенсә, ике аҙна отпуск һиҙелмәй ҙә үткән. Айырылышыу ауыр, әммә ир-егеттең бурысы Ватанды һаҡлау. Алғы һыҙыҡта беҙҙе дуҫтарыбыҙ көтә, ти егеттәр.






