Республикала ноябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә

Борай районында ойошторолған ултырышта съезда ҡатнашыу өсөн делегаттар теркәлде, Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһында әҙерлек һорауҙары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Борайҙан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.

Борай районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы уҙған биш йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә нигеҙләнде. Районда 24 мең самаһы кеше йәшәй һәм

башҡорт телен һаҡлау, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү урындағы ҡоролтайҙың өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора.

Ноябрҙә Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы үтәсәк. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын билдәләү өсөн ойошторолған съезға әҙерлек күптән башланған. Урындағы ҡоролтай ултырышы республиканың һәр районында уҙа һәм съезда ҡатнашыу өсөн делегаттар һайлана.

Республика буйынса урындарҙа 70 ҡоролтай эше ойошторолған. Уларҙың һәр береһендә көнүҙәк һорауҙар буйынса ултырыштар үтә. Сентябрҙә уҙасаҡ Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашыу, төбәктәрҙә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, милли спорт төрҙәрен үҫтереү, онотола барған йолаларҙы тергеҙеү кеүек мәсьәләләр ҡарала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына эшлекле тәҡдимдәр әҙерләп артабан район мәнфәғәте өсөн эшләү төп бурыс булып тора.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ