Республика Башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты. Федераль агентлыҡ башлығы белдереүенсә, көнбайыш илдәр күп милләтле республикаларҙа йәшерен эш алып бара. Игорь Баринов Башҡортостанда күрелгән сараларҙы, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса башҡарылған эштәрҙе юғары баһаланы. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала бөтә халыҡтар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырылған. Санкт-Петербургта форум бөгөн дә дауам итә.







