Өфө һәм Тәһран бәйләнештәре нығына

Петербург иҡтисади форумында Радий Хәбиров Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Казем Джалали менән осрашты. Республика Башлығы белдереүенсә, бәйләнештәр яңы кимәлгә сыҡты. Май аҙағында Иран эшҡыуарҙары Сибайҙағы инвестиция һабантуйында ҡатнашты. 6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының тәүге өлөшө асыла, 31 августа федераль кимәлдә Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә. Иран вәкилдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ, - тине Радий  Хәбиров. Казем Джалали белдереүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең  үҫешкән һәм ҙур төбәктәренең береһе.

Фото №1 - Өфө һәм Тәһран бәйләнештәре нығына
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ