Башҡортостанда 10 миллиард һумға күмәртәләп һатыу-таратыу үҙәге төҙөлә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында "Ромэкс-Кубань" компанияһы менән килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, Өфө районында ҙур келәт биналары, йөк транспорты һәм автобустар ҡуйыу урындары булдырыла. Инвестор 2028 йылға тиклем проект өсөн кәмендә 10 миллиард һум йүнәлтергә әҙер. Бөгөн был  фирма  Благовещен ҡалаһында OZON күмәртәләп һатыу үҙәге төҙөлөшөн башланы, тип  хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән.

Фото №1 - Башҡортостанда 10 миллиард һумға күмәртәләп һатыу-таратыу үҙәге төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ