Шишмә районында - «Агроауыл» туристик кластеры, ә Өфөлә агросәнәғәт паркы төҙөләсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Таврос» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы ағзаһы Рөстәм Мирғәлимов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы.
Өфө районында агропарк проекты «Инвестиция сәғәте» ултырыштарының береһендә хуплау тапты. Һүҙ Подымалов ауылы эргәһендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә буласаҡ резиденттар өсөн махсус майҙансыҡ булдырыу хаҡында бара. Бының өсөн 2023 йылдың авгусында майҙансыҡта производство, логистика һәм инженер инфраструктураһы төҙөлә башлай.



