Быйыл Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ял бүлмәһе ойошторолған. Медитациялар, психолог менән әңгәмә, шәхси-корпоратив терапия - өс ай эсендә 300-ән ашыу сеанс уҙғарылған. Проекттың тәүмаҡсаты - аҡ халатлыларҙы көндәлек эшенән, әүҙем көсөргәнеш зонаһынан сығарып, ун биш минутҡа булһа ла төп иғтибарҙарын үҙҙәренең күңел торошона йүнәлтеү.
Медицина учреждениеһы етәкселеге психолог бүлмәһен ойоштороуға айырым кабинет бүлһә, уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы ярҙам күрһәткән. Проект буйынса ойошторолған тикшеренеүҙәр коллективта эмоциональ көсөргәнеш кимәле 16 процентҡа кәмеүен күрһәткән.



