Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы йәштәр советының ултырышы үтте

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы йәштәр советының тәүге ултырышы үтте. Унда йәмәғәт ойошмаһының составы раҫланды. Советҡа «БаРс» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе Олеся Пышкова рәйеслек итәсәк. Ағзалар итеп тә дәүләт комитеты эшмәкәрлеге йүнәлешендә уҡыусылар һайлап алынған. Ведомство етәкселеге йәштәр ойошмаһына хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән ҙур өмөттәр бағлай.

Беҙ үҙ эшебеҙҙә яңы технологиялар индерергә тырышабыҙ. Йәштәрҙән граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һыуҙан, уттан ҡотҡарыу эшендә заманса алымдар индереүҙәрен теләйбеҙ. Ултырышты уҙғарыу урыны тип Евразия фәнни-мәғариф үҙәге һайланыуы ла ошоға бәйле. Бында теория менән практика берләшә.

Кирилл Первов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ