Юбилей дата уңайынан тармаҡ белгестәре Республика менән идара итеү үҙәгендә фекер алышты. Осрашыуҙа нотариус хеҙмәттәрен һанлы форматҡа күсереү, граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреү, килешеүҙәрҙе дистанцион форматта төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың нотариаль берләшмәһе 1994 йылда ойошторола. Уның составында тәү башлап 23 нотариус эш башлай, бөгөн унда 195 ағза иҫәпләнә. Йылына республика нотариустары 900 мең самаһы юридик акт ҡабул итә.






