Һөнәри байрам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 2000 йылдан билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Сарала эш йомғаҡтары, киләсәккә бурыстар билдәләнде, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Иң мәрхәмәтле һөнәр эйәләре-социаль хеҙмәткәрҙәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Социаль хеҙмәткәр һөнәр генә түгел, ул кешенең булмышы асылы, йәшәү рәүеше. Йөрәгендә мәрхәмәтлек, һөйөү, йылылыҡ булмаған кеше уны башҡаларға ла өләшә алмай. Социаль хеҙмәткәр үҙ эсенә педагог, психолог, табип һәм ҡотҡарыусы эшен дә ала. Шуға күрә социаль өлкәлә эшләүселәрҙе йәмғиәттең рухи тотҡаһы тип атарға мөмкин. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар менән эшләй. Уларға әсәлек бурысын да алырға тура килә.
Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге лә бар. Был учреждение хеҙмәткәрҙәренә балаларҙан тыш, тәрбиәгә алыусылар менән эшләргә лә тура килә. Хеҙмәткәрҙәр иңендә һәр бала яҙмышы өсөн оло яуаплыллыҡ ята, ти улар.
Торлаҡты йыйыштырырға, аҙыҡ-түлек, дарыу алып килергә, документтарҙы тәртипкә килтерергә. Социаль хеҙмәткәрҙәр төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлекте алып бара. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе оло йәштәгеләр йә физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн социаль хеҙмәткәр төп ярҙамсы.
Һөнәри байрамға арналған арналған тантанаға социаль координаторҙар ҙа саҡырылған. Улар яугирҙар һәм ғаилә ағзаларына документтар юлларға, социаль ярҙам саралары алырға, шифаханаға ебәрергә, дауаханаға урынлаштырырға булышлыҡ итә.
Башҡортостан буйынса был системала 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Әлбиттә, кадрҙар ҡытлығы ла бар. Был тәү сиратта хеҙмәт хаҡының түбәнлеге, эштең ауырлығы менән бәйле. Сөнки социаль хеҙмәткәр булып эшләү рухи ныҡлыҡ та, әҙерлек тә талап итә.
Социаль хеҙмәткәр ябай ғына һөнәр эйәһе түгел, уға йәмғиәттең иң ҡатмалы категорияһы менән эшләргә тура килә. Оло быуын кешеләре, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булғандар-социаль хеҙмәткәр һәр береһенә ҡул, аҡыл көсө менән генә түгел, күңел йылыһы өләшеп тә ярҙам итә. Сөни улар физик ярҙамға ғына түгел, иғтибарға, хәстәргә һәм йылы мөнәсәбәткә мохтаж.
Рәмзиә Кәримова






