Туҡталҡа урынына заманса йәмәғәт киңлеге. Өфөлә Ҡала көнө алдынан «Үҙәк» аллеяны төҙөкләндереү тамамлана. Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килгән урын - ысын тәбиғәт утрауын хәтерләтәсәк. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тауышлы һәм туҙанлы булһа ла, бындай уңайһыҙлыҡ ҡала халҡын, киреһенсә шатландыра ғына. Шуға ла ваҡытлыса ремонт эштәренә түҙеп торорға мөмкин.
Был урын күптәргә «таксистар туҡталҡаһы» булараҡ билдәле. Ваҡыты-ваҡыты менән йыш ҡына легаль булмаған пассажир ташыусылар ошонда йыйылған. Шуға ла рейдтар ҙа башлыса Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендә үткән. Бөгөн ул тарихта ҡала. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн заманса йәмәғәт киңлегенә нигеҙ һалынды. Әйткәндәй, аллея халыҡ һорауы буйынса тормошҡа ашырылды.
Биләмәне йәшелләндереү һәм ландшафт дизайнға айырым иғтибар бүленә. Аллеяны бөгөн 43 төп ҡарағай, йүкә һәм саған ағастары биҙәй. Улар яҙғыһын «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса ултыртылды.
Өфөнөң 450 йыллығына бәйле төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Совет районында ғына бөгөн 11 биләмә тәртипкә килтерелә. Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендәге яңы аллея төҙөлөшө 12 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.
Азат Ғәлиуллин






