«Эколог» экология-биология үҙәгенең мәғариф проекты «Беренселәр хәрәкәте»нең грант конкурсында еңеү яулағайны. Балалар өсөн ойошторолған сәйәхәттәр тураһында киләһе яҙма.
Исемлектә - Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Яңауыл ҡалаларынан 28 бала. Уларҙың барыһы ла «Асыштар юлы буйлап» мәғариф проектында ҡатнашырға теләк белдергән. Республикала «Йыһан», «астрономия», «генетика», «медицина», «экология» йүнәлештәре буйынса туристик маршруттар булдырылған. Сираттағы туҡталыш Архангел районында урынлашҡан Аҫҡын боҙ мәмерйәһендә буласаҡ.
Мәктәп уҡыусыларында күҙәтеүсе көндәлеге бар. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә улар сәфәргә бәйле тәьҫораттарын теркәп барҙы. Туристар һуҡмағы аша тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған мәмерйәгә үтеп, бейек боҙ сталагмитына айырыуса хайран ҡалдылар. Уларға урындағы флора һәм фаунаға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә еткерелде.
Өфөләге «Эколог» экология-биология үҙәгенең мәғариф проекты «Беренселәр гранты» конкурсында еңеүсе тип танылғайны. Уның сиктәрендә йәйге осорҙа мәктәп уҡыусылары өсөн фәнни-популяр туристик маршруттар, ғалимдар менән осрашыуҙар ойошторола. Яңыраҡ балалар Ишембай районына сәйәхәткә барып, Торатауға күтәрелгән. Баш ҡалалағы «Ботаника баҡсаһы»нда ла булған.
Проект аҙағында Өфөләге «Чайка» лагерында фестиваль уҙғарыу ҡаралған. Унда һәр уҡыусы үҙенең фәнни проектын яҡлай ала.
Гөлназ Хәйбуллина






