Балалар лагерҙарында тәүге сменалар гөрләй. Борай районындағы «Танып» ял үҙәгендә 120 бала ял итә. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан уңайлы йорттарҙа малай-ҡыҙҙар 21 көн йәшәй. Уларҙы күңелле уйындар , бассейн , яңы дуҫтар һәм сәләмәт туҡланыу көтә. Бында ял программаһы лидерлыҡ һәләтен үҫтереү, һанлы технологияларҙы үҙләштереү йүнәлешенә ҡоролған.
Быйыл төбәктә йәйге һауыҡтырыу кампанияһында 1 770 ял үҙәге эшләйәсәк. Башлыса балалар лагерҙарына 7 йәштән алып 16 йәшкәсә малай-ҡыҙҙар ҡабул ителә. Ата-әсәләр лагерҙарға түләнгән юллама хаҡының 30 процентың кире ҡайтара ала.






