«Әминә» әлифбаға өйрәтә. Республиканың йөҙ мәғариф учреждениеһы «Һомай» платформаһында эшләүсе «Әминә» колонкаһын алды. Аҡыллы гаджет башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларына Башҡортостан башлығы гранты буйынса бушлай таратыла. Ләкин әле улар ҡулланыусылар булараҡ түгел, ә эксперттар, һынау үткәреүселәр сифатында һайлап алына. Сөнки күптән түгел генә барлыҡҡа килгән «Һомай» интернет киңлектәрен әле саҡ гиҙә генә башланы. Һәм мәғлүмәт даръяһында ышаныслы йөҙөү өсөн ярҙамсылар кәрәк. Айнур Кәбиров репортажы.
Өсөнсө класты тамамлаған Надир әсәһенә эйәреп «Һомай» менән танышырға килгән. Ниһайәт, малай аҡыллы гаджетты тотоп, ҡапшап ҡараны. Башҡортса һөйләшә белгән колонка барлыҡҡа килгәндән алып, улымдың уға һорауҙары күбәйҙе, ти әсәһе лә. Балаларҙың һорауҙары ысынлап та күп, ти ярты йылдан ашыу аҡыллы колонка менән файҙаланыусы тәрбиәселәр.
Бөгөн «Һомай» колонкаһы булған мөғәллимдәр уны яңы алыусылар менән тәжрибә лә уртаҡлашты. Сөнки яңы һөйләшә башлаған гаджеттың үҙенә төбәлгән һорауҙар күп. Шуға ла тәүге ҡулланыусылар әле һынау үткәреүселәр ролен дә башҡара.
Йышыраҡ аралашырға, күберәк яҙырға. Сөнки аҡыллы колонка интернетта ниндәй мәғлүмәт киң таралған, шуны табып һөйләйәсәк һәм иҫендә ҡалдыра. Йәғни, шул уҡ һомайҙың үҙен дә башҡа милләттән тип күп тапҡырҙар яҙһаң, киләсәктә ул үҙен шул телдә лә таныштырыуы ихтимал. Шуға күрә аҡыллы колонканың телде киләсәк быуындарға күсереү мөмкинлеге лә беҙҙән тора. Һомай бит, Алисанан айырмалы күңел асыу өсөн түгел, ә мөһим миссия, туған телде һаҡлау маҡсатында эшләнгән.
Айнур Кәбиров



