Стратегик инициативалар агентлығының эшҡыуарҙарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иғлан ителде. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙенең күрһәткестәрен бер баҫҡысҡа яҡшыртып, Мәскәү һәм Төмән өлкәләре менән бүлешеп, өсөнсө урынға сыҡты. Рейтингтың тәүге ике баҫҡысын Мәскәү менән Татарстан биләй. Рәсәй субъекттарының инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 2014 йылдан Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә. Рейтинг төбәктәрҙең бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эшен баһалай. Төньяҡ баш ҡалалағы иҡтисади форумдың өсөнсө көнө менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Быйыл өсөнсө, ә ике йыл элек бишенсе ине. Юғары баһа - үҫеш билдәһе. Башҡортостан инвестиция мөхите торошо рейтингында йылдам күтәрелә. Рейтинг нигеҙендә 70 күрһәткес ята, мәҫәлән, төп күрһәткес - Башҡортостан инвестиция стандартын индереү буйынса Башҡортостан алдынғы. Шуныһы мөһим: рейтингтағы урындар төбәктә эшләүсе эшҡыуарҙарҙан йыллыҡ һорау алыу һөҙмтәләренән сығып бүленгән.
Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү рейтингында ла республика өс лидер иҫәбенә инде. Төбәк етенсе урындан өсөнсөгә күтәрелде. Бөгөн беҙҙә 51 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, киләһе йылға тағы ла 13 -тө төҙөү планлаштырыла.
Республика етәкселеге төньяҡ баш ҡалалағы иҡтисади форумда 3 көн дауамында тиҫтәләгән партнерҙар менән аралашты. Эшлекле һөйләшеүҙәр яҡтар араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр менән нығытылды. Тап улар ярҙамында Башҡортостан Мәскәү хөкүмәте менән инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк. Бынан тыш, республикала «Вайлдберриз» үҙәген төҙөү тураһында документҡа ҡул ҡуйылды.
Төп ваҡиғаларҙың береһе - Рәсәй Президентының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы сығышы. Владимир Путиндың йөкләмәләре илдең иҡтисади үҫешенә туранан-тура бәйле.Йыл һайын пенсиялар индексациялау законын ҡабул итеү, йәшәү минимумын уртаса эш хаҡына бәйләү тураһында һүҙ барҙы, шулай уҡ тотош ил өсөн мөһим булған башҡа ҡарарҙар ҙа яңғыраны.
Башҡортостан стенды башҡа төбәктәр өсөн килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу урыны ла булды. Был республикала барлыҡҡа килгән һәм бөгөн илдең байлығы булған Берлога Милли киберфизик платформаһы проектын тиражлау менән бәйле.
Төньяҡ баш ҡалалағы Башҡортостан делегацияһының эш йомғаҡтары тиҙҙән реаль һандар менән нығытыласаҡ, улар ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ. Һүҙ ҙур суммалар тураһында бара, әммә иң мөһиме, төбәк социаль-иҡтисади үҫеш темптарын кәметмәй һәм тышҡы һынауҙарға төптән уйланылған аныҡ ҡарарҙар менән яуап бирә.
Гүзәл Борханова



