Минималь хеҙмәт хаҡы медиан эш хаҡы, йәғни илдә күпселек алған уртаса түләүҙәргә бәйле була. Был турала Ил президенты белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә киләһе йылда МРОТ медиан хеҙмәт хаҡының 48 процентына тиңләшә, 22 мең һумға еткерелә. Киләсәктә түләү арта бара, 2030 йылға минималь хеҙмәт хаҡының кәмендә 35 мең һумға етеүе көтөлә. Башҡортостанда әле минималь хеҙмәт хаҡы, Урал коэффициентын иҫәпкә алып 22 мең 128 һумға тиң




