Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев был дәүләткә сәфәре барышында Сәмәрҡәнд археология институты хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Урал Килсенбаев уҡыу йорто директоры Муминхон-Мунир-оглу-Саидовты Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәген асыу тантанаһына саҡырҙы. Унда хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылырға тейеш. Визит-үҙәктең 6 июлдә асылыуы көтөлә.







