12 июндә Ағиҙел йылғаһы буйлап һалда йөҙөү ойошторола. Ярыш байдарка, каяк, катамаран, рафт, сапсерф һәм кәмәләрҙә үтә. Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһындағы “Ҡояшлы” пляжынан Затон биҫтәһендәге “Аҡ яр” ҡомлоғона тиклем арауыҡты ишеп үтергә кәрәк. Һыу спорты фестивалендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.




