«Башҡортостан» полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы

Еңеү көйө. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы. Был милли музыка ҡоралы ҡурай үләненән түгел, ә юҡҡа сығарылған НАТО бронетехникаһының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Республика Хәрби дан музейына экскурсияға килгән балаларҙың иғтибарын музыкаль ҡорал йәлеп итте . Тәү башлап малай-ҡыҙҙарға үҙенсәлекле инструментты тотоп, өйрәнеп ҡарарға тәҡдим иттеләр. Аҙаҡ Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле артистары ҡурайҙа уйнап күрһәтте.

Иң иғтибарлы уҡыусылар музыка ҡоралының ғәҙәти булмауын һиҙеп ҡала. Музей хеҙмәткәрҙәре һәм хәрби туғанлыҡ вәкилдәре балаларға инструменттың тарихын һөйләне.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары НАТО бронемашинаһын шартлатып, техниканың һыуытыу системаһы торбаһынан музыкаль инструмент эшләй. Йылайыр районынан «Фил» ҡушаматлы яугир - үҙе ҡурайсы һәм ул ижад емешен Хәрби дан музейына тапшырырға тәҡдим итә. Өфөгә экспонат Донбассҡа гуманитар миссия менән барған «Хәрби туғанлыҡ» ойошмалары ағзалары аша ебәрелә.

Музей экспозицияһында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡурай ҙа бар. Ул 40-сы йылдарҙа бәреп төшөрөлгән немец самолетының баҡыр яғыулыҡ торбаһынан эшләнгән. Музейҙа артистар ике ҡурайҙа Еңеү көйөн уйнаны.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ