Бөгөн күп кенә муниципалитеттарҙа һабантуйҙар үтә. Был көндө беҙ ауыл хужалығы алдынғыларын хөрмәтләйбеҙ, республика халҡына намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрә төбәк башлығы.
Һабантуй төрлө йәштәге һәм төрлө милләт кешеләрен берләштерә. Бында һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба. Һәм, әлбиттә, был ҙур дуҫлыҡ байрамы, ул күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлеген сағылдыра. Аграрийҙарыбыҙға айырым рәхмәт һүҙҙәре. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, улар сәсеүҙе уңышлы тамамлай. Йәйге миҙгелдә уңайлы һауа торошо, уңыш теләйем, һабантуй ҡотло булһын!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



