Әбйәлил районының Сиҙәм һәм Хәлил ауылдарында торнадо үткән

Тәбиғәт республика халҡын ныҡлыҡҡа һынай. Бөгөн Әбйәлил районының Сиҙәм һәм Хәлил ауылдарында йәшәүселәр беҙҙең ерлек өсөн ят күренеш шаһиты булды. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәрҙә ауыл эргәһенән торнадо үтеүен хәбәр итә. Һауала өсмөйөш рәүешле эленеп торған болот ҡапыл ергә төшөп көслө дауыл башлана. Бәхеткә, ҡазаланыусылар теркәлмәгән. Тәбиғәт ғәрәсәте тиҫтәләп электр селтәре бағаналарына, реклама банерҙары, яғыулыҡ ҡойоу станцияһына зыян килтергән.

Ә Бөрйән районында яуған ҡойма ямғырҙар Ғәлиәкбәр ауылы ихаталарына үтеп ингән. Ауыл уртаһынан йылға булып аҡҡан һыу урындағы халыҡтың баҡсаһын ғына түгел, ағас-бураларҙы ла ағыҙған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ