Бөгөн - социаль хеҙмәткәрҙәр көнө. БЮТ ижади төркөмө үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләүсе Баймаҡ районы хакимиәтенең опека һәм попечителдәр бүлеге белгестәренең хеҙмәте менән яҡындан танышты.
Баймаҡ районының опека һәм попечителдәр бүлегендә үҙ эшен намыҫ менән башҡарған ете хеҙмәткәр эшләй. Был һөнәр эйәләре ҡурсалауға мохтаждарҙың, тормош һынауына дусар булғандарҙың проблемаһын үҙ өҫтөнә ала, ярҙам ҡулы һуҙа. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, етем балалар яҙмышын хәл итеү, эшкә яраҡһыҙ граждандар тураһында хәстәрлек күреү ҙә улар иңендә.
Райондың опека һәм попечителдәр бүлеге менән берлектә “Өмөт” клубы уңышлы эшләй. Улар ата-әсәһеҙ ҡалғандарҙың яҙмышы, баланың ғаиләгә алыныуы, дәүләт яғынан социаль ярҙам күрһәтелеүе кеүек һорауҙарҙы хәл итеүҙә ҡатнаша.
Изгелек ҡылыу уларҙың булмышы. Социаль хеҙмәткәрҙәр иңендә халыҡҡа ярҙам итеү менән бәйле изге бурыс ята. Был һөнәрҙең төп нигеҙе лә - кешелеклелек, итәғәтлелек һәм хәстәрлек.
Албина Байегетова






