Өфөлә иң көслө финанс грамотаға эйә ғаилә билдәләнә

Бөтә Рәсәй ғаилә фестиваленең төбәк этабында тиҫтәнән ашыу команда сығыш яһай, һәр ҡайһыһында кәмендә ике кеше. Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар буйынса һорауҙарға яуап биреүҙән тыш, улар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа ҡатнаша. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Аҡсаны дөрөҫ тота белеү - үҙе бер оҫталыҡ. Туҙҙырмай, киреһенсә арттырыу юлдарын эҙләү - тәүҡарашҡа үтә алмаҫлыҡ лабиринт кеүек, әммә финанс яҡтан белемде арттырғанда һәр кем отошло варианттарҙы төҫмөрләй ала. Ғаилә фестивалендә ҡатнашыусылар ҙа төрлө конкурс-уйындарҙа ҡатнашып, аҡса менән эш итергә өйрәнде.

Һәр ғаилә командаһында 2-4 кеше, күп уҡыусылар ата-әсәләре менән бергә килгән. Конкурс этаптарын үткәндә улар уйын балдары йыйып, ғаилә һаҡлыҡ кенәгәһенә яҙҙыра. Конкурсты ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатнашыусыларҙың әҙерлеге юғары кимәлдә.

Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар буйынса Бөтә Рәсәй ғаилә фестивале Финанс университетының халыҡтың финанс грамоталығы буйынса федераль методик үҙәге, Рәсәйҙең финанс министрлығы һәм уның ҡарамағындағы ғилми-тикшеренеү институты тарафынан ойошторола. Белгестәр билдәләүенсә, ил кимәлендә ошондай мәғариф проекттарын популярлаштырыу заман талабы.

Ғаилә бюджетын планлаштырыу, һаҡлыҡҡа аҡса йыйыу, инвестициялар менән эш итеү - фестивалдә финанстарға бәйле көнүҙәк һорауҙар иғтибар үҙәгенә сығарыла. Дәүләт ҡатнашлығында оҙайлы ваҡытҡа аҡса туплау программаһы менән дә таныштыралар. Фестивалдә ҡатнашҡан ғаиләләр яңы мәғлүмәтте практикала һынап ҡарай ала.

Светлана Малинская, Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы

Финанс университетының Өфө филиалында уҙғарылған фестивалдә тиҫтәнән ашыу ғаилә ҡатнашты. Улар өсөн майҙансыҡта китаптар, ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне. Теләге булғандар көршәк ҡойоу серҙәренә лә өйрәнде.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ