Ауырғазы районында йәшәүселәр һабантуйҙы йыр-бейеү, спорт ярыштары менән ҡаршы алды. Бынан тыш, был көндө биләмәлә «Табын фест» табын ырыуҙары йәштәренең 6-сы төбәк-ара фестивале ойошторолдо.
Ҡунаҡсыл төбәктә республиканың 12 районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән делегациялар йыйылды. Улар өсөн ҙур музыкаль тамаша ҡуйылды, төрлө күргәҙмә-оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Күләмле сара барышында «Табын һылыуҡайы» һәм «Табын батыры» конкурстарына йомғаҡ яһалды.
Һабантуй майҙанында тирмәләр ҡоролғайны, һәр милләт үҙенең йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ биләмәлә ат сабышы, «Ылаҡ» уйыны, балалар өсөн төрлө конкурстар уҙғарылды. Байрам сәхнәһендә Ауырғазы районынан сыҡҡан билдәле артистар, ижади коллективтар сығыш яһаны.






