Башҡорт фольклорын донъяуи кимәлгә күтәргән ғалим Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан бөгөн ғилми-ғәмәли конференция үтте. Фән докторының яҡты иҫтәлегенә арналған сара быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Конфререцияла халыҡ иғтибарына Әхмәт Мөхәмәтвәли улының ҡулъяҙмалары төп нөсхәләрҙә тәҡдим ителде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Ҡурай моңонан ағылған башҡорт халыҡ көйө Әхмәт Сөләймәновтың яҡты рухына бағышланды. Һәм был осраҡлы түгел. Ул бар ғүмерен фольклорҙы өйрәнеүгә арнаған олуғ ғалимдарҙың береһе. Уның хеҙмәте тотош донъяуи кимәлдә танылыу алған.
Әхмәт Сөләймәнов - өс тиҫтәнән ашыу монография авторы. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен йыйыу, баҫтырып сығарыу һәм өйрәнеү өлкәһендә башҡарған хеҙмәтен айырым билдәләргә кәрәк. Әйткәндәй, бөгөн ғалимдың бик күп эштәре төп нөсхәләрҙә, шул иҫәптән кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында һаҡлана. Һәм ул иң ҡиммәтле фәнни эштәрҙең береһе.
Әхмәт Сөләймәновтың 85 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Сираттағыһы республика ғалимдарынан тыш, сит ил белгестәре ҡатнашлығында үтте. Осрашыу һөҙөмтәһе итеп яҡын арала айырым йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин



