Даниил Гаврилов физика буйынса Азия олимпиадаһында еңеү яулаған

Башҡортостан егете Мәскәү өлкәһендәге физика лицейында уҡый. Ул ҙур ярышта Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан. Ил уҡыусыларының уңышы тураһында Рәсәй Мәғариф министрлығы сайты хәбәр итә. Олимпиада Малайзияның Кампар ҡалаһында уҙған. Унда 30-ға яҡын илдән балалар белемен һынаған. Беҙҙең ил уҡыусылары 5 алтын һәм 3 көмөш миҙалға лайыҡ булған. Даниил Гаврилов физика буйынса Азия олимпиадаһында икенсе тапҡыр ҡатнаша.

Фото №1 - Даниил Гаврилов физика буйынса Азия олимпиадаһында еңеү яулаған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ