Үзбәкстанда Башҡортостан вузының филиалын асыу ҡарала

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин Үзбәкстандың юғары белем, фән һәм инновациялар министры  Конгратбай Шәрипов менән осрашты. “Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ведомство башлығы менән Үзбәкстанда беҙҙең республиканың ҙур вузы филиалын ойоштороу буйынса эш башланыҡ. Шулай уҡ юғары һәм урта һөнәри белем алыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, кадрҙар әҙерләүҙә ҡулланылған үҙенсәлекле алымдар менән уртаҡлашыу хаҡында фекер алыштыҡ”, тип белдерҙе Урал Килсенбаев. Башҡортостанда Үзбәкстандан 1 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет уҡый. Ике республика университеттары араһында фәнни һәм мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында 20-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған. Евразия ғилми-мәғариф үҙәге Үзбәкстандың 3 университеты менән бәйләнеш булдырған. Кампуста был дәүләт белгестәренең белемен камиллаштырыу ҡарала. 

Фото №1 - Үзбәкстанда Башҡортостан вузының филиалын асыу ҡарала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ