14 июндән 16-һына тиклем баш ҡалала үҙенсәлекле эстафета уҙғарыла. Марафон Өфө муйынсағы биләмәһендә үтә. Маршруттың оҙонлоғо 450 километр була. Бер этап 10 километрҙан тора. Ҡатнашыусылар бер-береһенә эстафета тапшырырға тейеш. Профессиональ спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә старт һыҙығына баҫа ала, тип белдерә ойошторуосылар.







