Күсмә медицина бригадалары республика ауылдарында халыҡты тикшерә. Апрель башынан алып белгестәр 63 мең самаһы ҡабул итеү үткәргән. 85 кешелә яман шеш, 278 пациентта шәкәр диабеты, 7 кешелә туберкулез табылған. Уларҙың барыһы ла артабан тикшерелеү өсөн республика дауаханаларына ебәрелгән. Был аҙнала “Сәләмәтлек поездары” Әбйәлил, Дыуан, Яңауыл, Краснокама һәм башҡа райондарҙа туҡталыш яһай. Уларҙың эш теҙмәһе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.







