Радий Хәбиров ТАСС агентлығына интервьюла шулай тип белдерҙе. - Ҡаҙнала дефицит һаҡлана. Ул сығымдарҙы арттырыу менән бәйле. Санкция баҫымын кәметеү, яңы проекттар, социаль именлек өсөн инфраструктура булдырыу эштәре алып барыла. Һум һәр ваҡыт эшләргә тейеш. Дефициттың саманан артыуына юл ҡуймайбыҙ, йыл аҙағында һәр ваҡыт ҡаплайбыҙ, - тине Республика Башлығы.







