Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Билдәле булыуынса, республикала ауыл эшсәндәрен тәбрикләү байрамында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған. Күп тапҡыр иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан уҙған аҙнала Баҡалы районы хакимиәте башлығының закон боҙоу осрағы асыҡланған. Бының өсөн Радий Хәбиров муниципалитет еәтксеһен тәнҡит утына тотоп, тыйыуҙы боҙған кеше республиканан ситтә икенсе эш эҙләйәсәк, тип вәғәҙәләне.






