Махсус хәрби операцияға гуманитар ылау ташыған водителдәргә дәүләт наградалары

Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы, һәр ихатаға видеокүҙәтеү ҡоролмаһы, махсус хәрби операцияға гуманитар ылау ташыған водителдәргә дәүләт наградалары, мутлашыусыларға ҡаршы көрәш программаһы. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмә мөһим яңылыҡтарға бай булды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Республика төбәктәрендә һабантуйҙар гөрләй. Яҙғы сәсеү эштәрен тамамлаған райондар ялан батырҙарын ҙурлай. Ер хужалары иң ҙур хөрмәткә лайыҡ, әммә байрам айыҡ, эскелекһеҙ үтергә тейеш. Радий Хәбиров ошо ҡағиҙәне инҡар иткән Баҡалы районы етәкселегән иҫкәрмә яһаны.

Башҡортостан хужалыҡтары сәсеүҙе тамамлаған. Бөтәһе 2 миллион гектарҙа ярауай культуралар сәселгән. Әле химик утау, ҡоротҡостар менән көрәшеү бара. Мал аҙығы әҙерләү башланған. Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ауыл эшсәндәренә ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килгән. Әммә илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда юғалтыуҙар әҙерәк.

Оператив кәңәшмәлә «Әр-рәхим» мәсетен төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле дини объектты төҙөү өсөн мәрмәр материалдар килтерелгән. Радий Хәбиров был һорауҙы шәхсән контролдә тота.

Июндә мосолман донъяһы төп дини байрамдарыбыҙҙың береһе Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Республикала ҡорбан салыу өсөн 16 махсус майҙансыҡ булдырылған. Улар тулыһынса ветеринария талаптарына яуап бирә.

Радий Хәбиров мутлашыусылар менән көрәш программаһы әҙерләргә ҡушты. Көн һайын республика халҡы 10 миллион һумдан ашыу аҡсаны мутлашыусылар ҡулына тоттора. Мәкерле тоҙаҡҡҡа тәү сиратта оло быуын вәкилдәре эләгә. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Учалыла һыу үткәргес төҙөү менән бәйле һорауҙы тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Ә махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар ылау ташыған транспорт водителдәре Шайморатов миҙалына тәҡдим ителәсәк.

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса юл картаһын әҙерләргә, һәр ихатала видекүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйырға ҡушты. Шулай уҡ Учалыла һыу үткәргес төҙөү менән бәйле һорауҙы тиҙ арала хәл итеү бурысы тора. Ә махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар ылау ташыған транспорт водителдәре Шайморатов миҙалына тәҡдим ителәсәк.

Был аҙнала Башҡортостан халҡын Рәсәй, Өфө көнө менән бәйле байрамдар көтә. Аҙна аҙағында иһә тарихи дата милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған Салауат йыйыны уҙғарыла. Шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә һабантуйҙар дауам итә. Радий Хәбиров байрамдарҙы айыҡ, спиртлы эсемлектәрһеҙ үткәрергә ҡушты. Был талапты боҙоусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ