Туймазы районы ирекмәндәре яугирҙар өсөн «кикимор»ҙар әҙерләй

Маскировка костюмын улар шулай тип йөрөтә. Ағас-ҡыуаҡлыҡтарға оҡшатып эшләнгән әйбер дошмандарҙан ҡурсаларға ярҙам итә. Ул яугирҙарыбыҙ араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Ҡандра ауылындағы ирекмәндәр пунктынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Маскировка костюмы тәбиғәт төҫөндә. Уның үҙ тәртибе бар. Мәҫәлән, «кикимора» тип исемләнгәненә ирекмәндәр материалдарҙы әлеге миҙгелгә ҡарап һайлаған. Дошмандар дронынан, унан бигерәк ул снайперҙарҙан да ҡурсалай.

Тәүге ваҡытта маскировка селтәрҙәре өсөн балыҡ ауы файҙаланылған. Аҡ төҫтә булғанға күрә, ирекмәндәр марганец менән буяп, таҫмалар үргән. Бөгөн был эш күпкә ябайлашҡан. Спанбонд материалы ярҙамында ғына биш ҡатын-ҡыҙ ике көн эсендә ҙурҙан селтәр әҙерләй. Таҫмалар үләнгә оҡшатып эшләнә. Ҡандралар уны «үрмәкес» тип йөрөтә.

Окоп шәмдәре, юрған, яҫтыҡтар - быларҙың барыһын да ирекмәндәр үҙ ҡулдары менән эшләй. Ҡандралағы пункт бер ваҡытта ла буш тормай. Яугирҙарға ярҙам итергә һәм үҙ көсөн ирекмәнлек эшмәкәрлегендә һынап ҡарарға битараф булмаған халыҡ ауылда етерлек. Уларҙы бер маҡсат берләштерә - Еңеүҙе яҡынайтыу. Тыл ярҙамы хәрбиҙәргә ауыр шарттарҙа бирешмәҫкә көс бирә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ