Республика райондарының яртыһынан күберәгендә традицион халыҡ байрамы һабантуйҙар уҙҙы. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төрлө йәштәге, төрлө милләт кешеләренең берҙәмлеген сағылдырған һәм ауыл хужалығы алдынғыларын данлаған һабан байрамы хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Ғафури районы уңған, татыу, эшһөйәр ғаиләләре менән дан тота. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырып килгән өлгөлө ғаиләләр һабантуй ҡунаҡтарын тәбрикләне. Башҡортостан йөрәгендә урынлашҡан район республиканың файҙалы минералға бай хозур тәбиғәтле төйәге.. Баҫыуҙарҙа иген үҫтергән ялан батырҙары, оҫта һөнәрселәр, ҡыйыу спортсылар йөрәге лә бөтә республика һәм Рәсәй халҡы йөрәге менән еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бергә тибә.
Балалар ижад үҙәгендә шөғөлләнеүселәрҙең ағас, кейеҙ, балсыҡтан яһалған эштәре ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хәрби-физик, медицина,тактик әҙерлек йәһәтенән район йәштәре республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй. Башҡортостан йөрәгендә туризм да киң ҡолас менән үҫешә.
Халыҡсан байрамдың рәсми өлөшөндә «Восход-СТ» яуаплылығы сикләнгән ауыл хужалығы йәмғиәте, «Сатурн» крәҫтиән-фермер хужалығы ярыш һөҙмтәләре буйынса еңеүселәр тип танылды. Бынан тыш, биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде.
Ҙур сәхнәлә татыу ғаиләлә күмәк бала бағыусы Илнара Вәлиева менән Татъяна Комлеваға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.
Һабантуй майҙанында ойошторолған саралар «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатннашыусылар күңеленә лә хуш килгән.
Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры республика йәрәгендә уҙған һабантуйҙы юғары баһаланы.
Һабантуй төрлө йәштәге һәм төрлө милләт кешеләрен берләштерҙе. Ижадҡа тартылыусылар сәхнә турен яуланы, көслө, ҡыйыу, батырҙар үҙ көсөн, йылғырлығын иҫбатланы.
Ғафури районы ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамында биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһы данланды. Халыҡ байрамында келәмдә батырҙар бил һанашты, йүгерәктәр, һырғауылға менеүселәр етеҙлектә, йылғырлыҡта уҙышты. Һабантуйҙың юғары нөктәһе әлбиттә һыбайлылар сабышы булды.
Саҡмағош районы игенселәре лә сәсеүҙе уңышлы тамамлаған. Киләсәк уңышҡа нигеҙ һалыусыларға район етәксеһе рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, депутаттар, яҡташтар ойошмаһы рәйесе аграрийҙар, төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе уңғандар һәм «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусылар тырышлығын лайыҡлы баһаланы.
Хәйбулла районында ла халыҡ байрамы юғары рухи күтәреңкелектә уҙҙы. Олоһо-кесеһе спорт ярыштарында, күңелле уйындарҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашты. Быйылғы һабантуйҙың төп ҡунаҡтары-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар. «Һабантуй байрамы һынылышлы осорҙа үткәрелә, әлеге ваыҡтта күп кенә яҡташтар алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәй. Шуға ла бөгөнгө байрам игенселәребеҙгә, яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың әсәләренә, ғаиләләренә арналды. Биш яугирға тантаналы шарттарҙа Шайморатов миҙалдары тапшырылды.
Стәрлетамаҡ районында һабантуйҙар тәүге тапҡыр яңы форматта, һәр ауыл биләмәһендә уҙғарылған. Байрам үткәреүҙең бындай форматын халыҡ үҙе һайлаған. Районы күләмендә үткән һабантуйҙа ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде. Бынан тыш, ярты быуат һәм унан да күберәк бергә йәшәгән өлгөлө ғаилә парҙары тәбрикләнде.
Республика райондарында ойошторолған һабантуйҙар майҙансыҡтарындағы саралар халыҡтар араһында дуҫлыҡ, сәләмәт көнәркәшлек, ихлас хис-тойғоларға үрелеп барҙы.
Гүзәл Борханова






