Быйыл ул яҙғы сәсеү батырҙарын, ауыл хужалығы хеҙмәте алдынғыларын тәбрикләүҙән тыш «Ғаилә» һәм «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек» йылдарына арналды. Баймаҡ-Илеш дуҫлығына 60 йыл тулыу айҡанлы байрамда Илеш районы делегацияһы ла ҡатнашты.
Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән «Балалар һабантуйы» ҡаршыланы. Милли уйындар, көршәк ватыу, «ат» сабышы, уҡтан атыу кеүек уйындар балалар өсөн бигерәк тә мауыҡтырғыс булды.
Халҡыбыҙҙың ғөрөф‐ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырған тирмәләрҙә ерлеккә хас кәсептәр, унда ҡуйылған бай күргәҙмәләрҙә урындағыларҙың оҫталығы сағылды. Ярат ауылы биләмәһе тирмәһенең бер өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙәребеҙгә арналды, ошонда уҡ маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Һабантуй парадында райондың агросәнәғәт комплексын, социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр йәш, өлгөлө ғаиләләр үтте. Байрамдың тантаналы өлөшөндә һәр йылдағыса хеҙмәтенә яуаплы ҡараған, уны намыҫ менән башҡарған һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы алдынғылары, ветерандары тәбрикләнде
Байрамдың иң сағыу сараларының береһе - ат сабыштары булды. Көрәшселәр араһында ла алыш ҡыҙыу барҙы. Һабантуй - үткәнде һәм бөгөнгөнө бәйләүсе, халыҡты берләштереүсе сара булараҡ, әлеге мәлдең ауыр һынауҙарҙын да лайыҡлы үтергә көс бирә.
Раушания Рәхимова






