Башҡортостандың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе, Өфөнөң почетлы гражданы Нәзифә Ҡадирова

Башҡортостандың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе, Өфөнөң почетлы гражданы Нәзифә Ҡадирова

«Яңылыҡтар» сығарылышында Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар циклын дауам итәбеҙ. Сираттағы геройыбыҙ - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова. Көслө, моңло тауышҡа эйә эстрада йондоҙо менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Учалы районы ҡыҙы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн 1971 йылда республиканың баш ҡалаһына килә. Моңло тауышы менән бар ишектәрҙе лә аса тиһәк һис тә хата булмаҫ. Һөнәри белем алыу булһынмы, республика, Бөтә союз йыр башҡарыусылар конкурстарында еңеүҙәр яулаумы - тиҙ арала танылыу ала. Филармония артисы булараҡ илдең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә уның сығышын көслө алҡыштар менән ҡаршы алалар.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадированың хеҙмәт кенәгәһендә лә бит тик бер генә яҙыу - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы. 53 йылдан ашыу ул сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә. Ижади коллектив етәкселеге билдәләүенсә, легенда менән эшләү йәштәр өсөн үҙе бер тәжрибә, үҙе бер бәхет.

Нәзифә Ҡадированың репертуары бай, халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре лә бар. Һәр концертҡа ул етди әҙерләнә - быйыл апрелдә лә юбилей бенефисын уҙғарып, өфөләргә матур байрам ойоштора. Ниндәй генә бейеклектәр яулап, юғары исемдәр алмаһын, күңеле менән остаздарына рәхмәтле.

Тәүлек әйләнәһенә ул тик йырҙары менән генә йәшәй. Уңышлы сығыштар, тулы зал йыйылған концерттар артында - йоҡоһоҙ төндәр, фиҙәҡәр хеҙмәт ята. Артист булып тыуалар, минеңсә, ғүмерлеккә сәнғәт үҙенә ғашиҡ итә.

Ғәли Алтынбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы

Нәзифә Жәүәт ҡыҙы филармония ветерандары советы рәйесе булып та эшләй. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән бергә хәйриә сараларында ла әүҙем сығыш яһай. Әйтәйек, «Күңелде дауалаусылар» тип исемләнгән социаль-мәҙәни проект сиктәрендә республика дауалау учреждениеларында медицина хеҙмәткәрҙәренә концерт ҡуйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ