Өфөлә Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙарының XXI фестивале еңеүселәре билдәләнде

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында илдең 16 театр коллективын берләштергән сараны ябыу тантанаһы үтте. Аҙна дауамында актерҙар, режиссерҙар, техник хеҙмәткәрҙәр үҙ һөнәрҙәрендәге яңылыҡтар менән бүлеште, төрлө театраль лабораторияларҙа сығыш яһаны. Ҡатнашыусыларға талаптар ҙа юғары булды. Еңеүселәрҙе режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Адольф Шапиро етәкселегендәге жюри баһаланы. Фестиваль Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы һәм Евгений Мироновтың «Театр башланғыстары» хәйриә фонды, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте булышлығында Милләттәр театры ойошторҙо.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ