Башҡортостанда рәсми пляждарҙы арттырыу ҡарала

Һыуҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә тикшерелде. Төбәк башлығы Радий Хәбиров кәм тигәндә 200 пляж ойоштороу бурысын ҡуйғайны. Әле муниципалитеттарҙа һыу инеү өсөн 148 йыһазландырылған урын асылған. Башҡортостан - пляждар һаны буйынса Волга буйы федераль окуругы лидерҙары иҫәбендә, әммә һыуҙағы күңелһеҙ хәлдәр һанын кәметергә кәрәк. Былтыр ғына 117 кеше батып үлгән. Күпселек осраҡта фажиғәләр йыһазландырылмаған урындарҙа теркәлә. Тыйыу тураһындағы яҙыуҙар бер кемде лә туҡтатмай, шуға ла яңы пляждар асыу менән бер рәттән хәүефһеҙлек сараларын да көсәйтергә ҡарар ителде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ