Башҡортостанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтте

Байрам уңайынан баш ҡаланың Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды, Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Бынан тыш, ойошма иғлан иткән «Һаумы, яугир!» патриотик хаттар видеоконкурсы еңеүселәре билдәләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яугирҙарға йөрәк сәләме. Фронт биләмәһенә хаттарҙы республиканың төрлө район-ҡалаларында эшләгән журналистар яҙҙы. Нәҡ улар яугирҙар яҙмышын белгән, күргән кеше. Улар махсус хәрби операция биләмәһенә бара, яҡташтары тураһында репортаждар төшөрөп күрһәтә.

Яугирҙар һәм уларҙың туғандары яҙмышын республиканың бөтә матбуғаттары ла яҡтырта. Әйтәйек, «Ҡызыл таң» гәзите хәрби операция биләмәһе материалдарын китап итеп сығарыу өсөн Башҡортостан башлығы грантын да отҡан. Һуңғы йылдарҙа матбуғат вәкилдәрен бер мәсьәлә борсой: баҫма тираждар ни тиһәң дә кәмей. Тик ҡылҡәләм оҫталары бирешмәй: материалдарҙы әүҙем һанлаштыра.

Тик шулай ҙа баҫма матбуғатты үҙ итеүселәр етерлек. Әйтәйек, бер быуатҡа яҡын «Аманат» журналы республика балалары һәм үҫмерҙәре өсөн иң яратҡан журналдарҙың береһе булып ҡала.

Майҙанда яратҡан матбуғатҡа яҙылырға ла мөмкин ине. Тик байрамда ҡатнашыусылар өсөн генә ташлама ҡаралғайны. Ә «Изге подписка» акцияһы барышында теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына матбуғатҡа яҙылыу бүләк итә алды.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ