Өфөлә бишенсе ҡаттан эшселәр менән платформа ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған

Ғәҙәттән тыш хәл Менделеев урамындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшөндә теркәлгән. Фажиғә урынына килгән ҡотҡарыусылар ике ирҙең үлгән булыуын асыҡлай, ауыр йәрәхәттәр алған тағы ла ике эшсе ашығыс медицина ярҙамы машинаһына тиклем эвакуациялана һәм дауаханаға оҙатыла. Һуңыраҡ ҡазаға тарыусыларҙың береһенең алған йәрәхәттәренән һәләк булыуы асыҡлана. Әлеге осраҡ буйынса прокуратура тикшереү үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ