Башҡорт дәүләт медицина университеты бөгөн Рус дәүләт драма театрында ғилми советтың киңәйтелгән күсмә ултырышын үткәрҙе. Ул яҡынлашып килгән Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды. Рәсәй фәндәр академияһы академигы, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры үҙ сығышында һуңғы айҙарҙа һыналған яңы технологияларға, уңышлы операцияларға туҡталды. Күсмә ултырыш аҙағында хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, театр коллективы концерт менән сығыш яһаны.
Медиктар көнөн шулай уҡ Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы коллективы ла билдәләне. Тантаналы шарттарҙа үткән сарала оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Уларға ведомство наградалары менән бергә, бер нисә белгескә «Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» билдәһе тапшырылды.



