Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам аша туризмды үҫтереү. Хәйбулла районында йәшәүсе эшҡыуар өлкән быуын вәкилдәре өсөн Һаҡмар йылғаһы буйлап байдаркаларҙа сәйәхәт ойошторған. Сәйәхәтселәрҙең йәйге ял тәьҫораттары хаҡында киләһе яҙмала.
Артур Нафиҡов яңы команда ағзаларына ишкәктәрҙе дөрөҫ ишеү, һыу өҫтөндә ышаныслы тотоу хаҡында инструктаж уҙғара. Һаҡмар йылғаһы буйлап ял итеүселәр командаһында өс кеше.Улар бөтәһе лә хаҡлы ялдағы өлкән быуын вәкилдәре. Ял маршруты Шайтантау ҡурсаулығы биләмәһендәге Йәнтеш ауылынан башлана. Хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеү, балыҡ ҡармаҡлау өсөн иң ҡулай урын. Фаина һәм Салауат Юлдашбаевтар, Азамат Ҡоҙабаев Һаҡмар йылғаһында 9 саҡрым һыу юлын уҙып онотомаҫлыҡ тәьҫораттар алған.
Артур Нафиҡов 15 йыл элек дуҫтары менән бергәләп балыҡ тоторға, походтарға йөрөй башлаған. Ярайһы тәжрибә туплағас ҡына социаль туризмды үҫтерергә ҡарар иткән. Күңеленә ятҡан шөғөлө аша артабан да халыҡтың ял сәғәттәрен иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» ҡатнашырға ғариза биргән. Дәүләт тарафнан бирелгән 350 мең һумлыҡ адреслы социаль ярҙамға үҙ аҡсаларын да ҡушып ике урынлыҡ уңайлы биш кәмә һәм туризмды үҫтереүгә ҡорамалдар һатып алған.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам халыҡта ихтыяж менән файҙалана. 2020 йылдан алып ошо маҡсатта федераль бюджеттан өҫтәмә финанс бүленә. 4 йыл эсендә дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу булған 21 меңдән ашыу социаль контракт төҙөлгән. Социаль контракт нигеҙенлә үҙ эшеңде асыу республика халҡы йәшәйешен юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреү мөмкинлеге лә бирә.
Гүзәл Борханова






